#ислам #башҡорт #ураҙа УРАҘА ХАҠЫНДА САХИХ ХӘҘИСТӘР Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ изге Рамаҙан айы һәм бөйөк ураҙа ғәмәле тураһында беҙгә әйтеп ҡалдырғандарынан: 🌙– "Аллаһ Тәғәлә: “Минең өсөн булған ураҙаны Мин Үҙем бүләкләйәсәкмен”, – тигән" Бохари хәҙистәр йыйынтығынан. 🌙– "Ураҙаға бер нәмә лә тиң була алмай" Ән-Нәсәи хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис. 🌙– "Ураҙала булған кешенең доғаһы кире ҡағылмаҫ" Бәйһәҡи хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис. 🌙– "Ураҙа тотоусы өсөн ике шатлыҡлы мәл бар: беренсеһе – ауыҙ асҡанда, икенсеһе – үҙ Раббыһы ҡаршыһында ураҙаһы өсөн әжер алғанда" Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан. 🌙– "Ураҙа Ҡиәмәт көнөндә: «Йә Аллаһ! Мин уны көн буйына аҙыҡтан һәм тән теләктәренән тотоп торҙом, шуның өсөн бөгөн миңә уның өсөн шәфәғәтсе булырға рөхсәт бир», – тип ураҙа тотоусыны яҡлашып сығасаҡ" Әхмәд хәҙистәр йыйынтығынан, яҡшы хәҙис. 🌙– "Ураҙа тотҡан кешенең ауыҙынан сыҡҡан еҫ Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында хуш еҫле май (мисек) еҫенә ҡарағанда ла яҡшыраҡ" Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан. 🌙– "Ураҙа – кешене Тамуҡ утынан ҡурсалап тороусы ҡалҡан һәм ныҡлы ҡәлғә" Әхмәд хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис. 🌙– "Аллаһ ризалығы өсөн бер көн ураҙа тотҡан кешенең йөҙөн Аллаһ Тәғәлә Йәһәннәм утынан етмеш йыллыҡ араға алыҫайтасаҡ" Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан. 🌙– "Аллаһ мәрхәмәтенә өмөт итеп ураҙа тотҡан кеше шул көндө үлеп ҡалһа, Йәннәткә инер" Әхмәд хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис. 🌙– "Йәннәттә әр-Раян тигән ҡапҡалар бар, улар аша ураҙа тотҡандар ғына үтә алыр, башҡа берәү ҙә үтмәҫ" Бохари хәҙистәр йыйынтығынан. 🌙– "Рамаҙан айы башланғас, Йәһәннәм ҡапҡалары ябылып, Йәннәт ҡапҡалары асыла, ә шайтандарға бығауҙар һалына» Бохари хәҙистәр йыйынтығынан. 🌙– "Рамаҙан айында тотҡан ураҙа ун ай буйына тотҡан ураҙаға тиң" Әхмәд хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис. 🌙– "Аллаһ Тәғәләгә иман килтереп, Унан ярлыҡау өмөт итеп ураҙа тотоусы кешенең быға тиклем булған бар гонаһтары ғәфү ителер" Бохари хәҙистәр йыйынтығынан. 🌙– "Һәр ифтар (ауыҙ асыу) мәлендә Аллаһ Тәғәлә Уттан азат ителәсәк яңы кешеләрҙе һайлап ала» Әхмәд хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис. 📚 Шәйх Мөхәммәт Салих әл-Мөнәджжиттең «Ураҙаға ҡағылышлы 70 төп ҡағиҙә» исемле китабынан.

Теги других блогов: ислам башҡорт ураҙа