Ҡайын бөрөһөнөң файҙаһы
Ҡайын бөрөһөнөң файҙаһы ҙур. “Ҡайын бөрөләре апрелдең тәүге яртыһында бүртеп тулышҡан, әммә япраҡ ярырға өлгөрмәгән мәлдә өҙөлә, ҡоро урында киптерелә, һаҡлау ҡәҙимгесә. Дөрөҫ һаҡлағанда яҡшы киптерелгән ҡайын бөрөләре 2 йыл буйы шифаһын юғалтмай, - тиелә Варис Ғүмәровтың “Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре” китабында.
Ҡайын бөрөһө микробтарға ҡаршы көрәшеү, ҡанды туҡтатыу, яраны бөтәштереү үҙенсәлегенә эйә, көслө бәүел һәм үт ҡыуыу сараһы булараҡ ҡулланыла.
Төнәтмәне әҙерләү:
2 балғалаҡ кипкән ҡайын бөрөһөн 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 20-30 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр, ас ҡарынға, 1 аш ҡалағы эсергә.
Тамаҡ ауыртҡанда ике ҡалаҡ ҡайын бөрөһөнә 50 г аҡ май ҡушып болғатырға һәм талғын утта бер сәғәт тоторға. Йылы килеш һөҙөп алып, 0,2 г шыйыҡ бал ҡушып бутарға. Көнөнә дүрт тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Ҡайын бөрөһөнөң әсеһе күп кенә паразитҡа оҡшамай. Биш-ете бөрөгә бер стакан һыу ҡойоп, яҡынса 20 минут ҡайнатырға. Һыуынғас һөҙөп, тәүлегенә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә. Дауаланыу курсы – өс аҙна.